Uskul.ru
информационно-краеведческий сайт 

Каталог статей
Меню сайта

Форма входа

Категории раздела

Поиск

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 93

Друзья сайта

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Приветствую Вас, Гость · RSS 11.07.2025, 23:18

Главная » Статьи » Что пишут о нас

Башҡортостан гәзитенән

Башҡорттарға һыу инеү тыйыла! / Кәримә УСМАНОВА


Әбйәлил районының хозур тәбиғәте, мул һыулы таҙа күлдәре, Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған, дауалау ҡеүәте бар илде таң ҡалдырған "Яҡтыкүл” шифаханаһы кемдәрҙе генә һоҡландырмай ҙа кемдәрҙе генә үҙенә йәлеп итмәй?! Әммә һуңғы ваҡытта ошо матурлыҡты үҙ ҡулдарына эләктерергә тырышыусы "сит” кешеләрҙең күбәйеүе генә әбйәлилдәрҙе хафаға һала башланы. Әбйәлил районына сираттағы сәфәрем дә Аһылай халҡының зары менән һуғарылған хаттың дөрөҫлөгөн асыҡлау маҡсатында.

Ауыл халҡына юлды ябалар

Әбйәлил районының иң төпкөл ауылдарының береһе Аһылай тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан. Ауылды уратып алған Өскүл һәм Ҡолдобай күлдәре, тирә-яҡтан ауыл һаҡсылары кеүек үҫкән ҡайын урманы, ауылды ниндәйҙер афәт-ҡазаларҙан ҡурсаларға тырышҡандай, теҙелеп ултырған мәғрур тауҙар, ысынлап та, һәммәһен үҙенә саҡыра кеүек. Бигерәк тә, йәй көнө ял итеүселәрҙе…

Ауыл эргәһендәге Ҡолдобай күле тектоник юл менән барлыҡҡа килгән. Һыуы файҙалы, сөсө, үтә күренмәле, бигерәк тә тире ауырыуҙары өсөн шифалы. Майҙаны 96 гектар тәшкил иткән күлдең 16 гектары Әбйәлил районына ҡарай, ә ҡалған өлөшө Учалы районы биләмәһенә инә. Бөгөн Ҡолдобай күле яны ғәйәт ҙур төҙөлөштө хәтерләтә. Имеш, бында биологик үҙәк сафҡа инәсәк һәм Санкт-Петербург ҡалаһынан саҡырылған профессорҙар Өфө ҡалаһы студенттарына белем бирәсәк тигән һүҙҙәргә ниңәлер ышанмай ауыл халҡы. Төҙөлөш әле Учалы районы биләмәһендә бара, тик ниңәлер көнөнә егермеләп "КамАЗ” һәм бетон ташығыс миксер машиналары Аһылай урамдары буйлап үтә. Ауыл халҡының "шоферҙар урам аша үткәндә, исмаһам, тиҙлектәрен бер аҙ кәметһә ине”, тигән теләктәрендә лә хаҡлыҡ бар. Бала-саға, мал-тыуарҙы яңылыш тапап китмәҫтәр, тимә… Ҡолдобай күленең Әбйәлил районына ҡараған өлөшө лә "ситтәр” күҙенән мәхрүм ҡалмаған. Ҡарағастан төҙөлгән ҡарауылсы йорто, талдан үрелгән ситән менән күлде уратып алғандар, пляж урындары, күңел асыр өсөн өҫтәл-ултырғыстар ҙа ҡуйылған. Быйыл йәй көнө күл янына ауыл халҡын, балаларҙы балыҡ ҡармаҡларға ла индермәгәндәр. Ситәндәр эргәһенән тәрән канау ҡаҙып, машиналар үтмәҫлек итеп уратып алынғас, ауыл халҡының түҙемлеге бөтә һәм улар ярҙам һорап район хакимиәтенә, ахырҙа, Өфөгә, БР президенты исеменә асыҡ хат яҙырға мәжбүр була.

Ғәйепте ситтән эҙләү кәрәкмәй

2007 йылда Аһылай ауылы халҡы йыйылышында ауыл Советы депутаты Рәйес Ғайсин ауыл халҡынан Ҡолдобай күле эргәһенән 15 сутый ерҙе крәҫтиән (фермер) хужалығы өсөн ҡуртымға һорай. Халыҡ бер тауыштан риза була, сөнки ул саҡта колхоздан ҡалған йылҡылар ҙа һаҡлана, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеп, ҡымыҙ яһап, ял итеүселәргә һатам тигән һүҙҙәренә ышана халыҡ. Шул уҡ йыйылышта Магнитогорск ҡалаһының бер эшҡыуары, халыҡҡа ял итеү урыны булдырам тип, ҡуртымға тағы ла 15 сутый ер һорай. Ауыл халҡы бер тауыштан уға ла ер бүлә. Уның аҡсаһына төҙөлгән ҡарауылсы йортонда сит ауылдарҙан йөрөп ҡарауылсылар эш башлай, ауыл халҡына күлгә юл ябыла. Тәүҙә халыҡтан рөхсәт алыуҙы кәрәк тип табып, уларҙың ризалығы менән ер алырға өлгәшкән Р. Ғайсин, был юлы халыҡҡа өндәшмәй, күл янында тағы ла биш гектар ерҙең хужаһына әйләнә. Инде документтар менән законлы эш итергә өйрәнгән Рәйес Ғайсин алған ерҙәрен көтөүлек өсөн тип яҙҙыра. Ауылдаштары әйтмешләй, күл буйында ниндәй көтөүлек тоторға мөмкин булһын инде?! Шулай итеп, Ҡолдобай күле янындағы ерҙәр ошо ауылда тыуып үҫкән, бала саҡтан Ҡолдобай күлендә йөҙөп, унда балыҡ ҡармаҡлаған Рәйес Ғайсиндың тырышлығы менән яйлап яттар ҡулына күсә. Хәҙергесә атағанда, Ҡолдобай күленә ситтән "инвестор” йәлеп итә. Бөгөн уның командаһы – ҡустылары, туғандары һәм "әшнәләре” генә күл буйындағы төҙөлөштә эшләү мөмкинлегенә эйә.

Быйыл яҙ Владимир Афонин үҙенең ерҙәрен икенсе эшҡыуар Ян Токаревҡа һатып китә. Ҡасандыр Магнитогорск ҡалаһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Ян Викторович әле Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Тап ул, Мәскәү эшҡыуары, Әбйәлил һәм Учалы райондары биләмәһендә урынлашҡан Ҡолдобай күле янында ҙур төҙөлөш менән етәкселек итә.

Ер өсөн көрәшкәндәр… күпме йәшәй?

Ауыл халҡы бер нисә йыйылыш йыя. Унда Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙан ер эше буйынса белгестәрҙе, ошо ерҙең хужаһына әйләнгән эшҡыуарҙарҙы, район экология үҙәге белгестәрен, Байым ауыл биләмәһе башлығы И. Ҡалдамановты һәм район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовты саҡыралар. Тәүге ике йыйылышта район хакимиәте башлығы аһылайҙарҙың аһ-зарын тыңларға кәрәкле тип тапмай. Ваҡыт булмауға һылтанып, ваҡиғаларҙан алыҫ тороуҙы хуп күрә. Урындағы түрәләр Рим Һатыбал улына хәлдең киҫкенләшә барыуын аңлата, буғай. Быйыл сентябрь башында Аһылай ауылында тағы ла йыйылыш үтә һәм был юлы Рим Сыңғыҙов та, араларҙың алыҫлығына ҡарамай, унда ҡатнашырға ваҡыт таба. Көн тәртибенә ике мәсьәлә тауышҡа ҡуйыла. Тәүгеһе – Ҡолдобай күле янындағы төҙөлөштө туҡтатыу һәм эшҡыуар ауылға "зәңгәр яғыулыҡ” тоташтырып, тағы ла юл төҙөгән осраҡта, төҙөлөшкә рөхсәт биреү мәсьәләләре ҡарала. Әлбиттә, бар халыҡ беренсе һорауҙы ҡәнәғәтләндерә һәм бер тауыштан төҙөлөштө бөгөндән туҡтатырға тигән ҡарар сығара. Тик… ике йылға яҡын районға етәкселек иткән, бер тапҡыр ҙа төпкөлдә урынлашҡан Аһылай халҡы менән осрашырға, уларҙың хәлен белешергә ваҡыт тапмаған, уның менән таныш булмаған Рим Һатыбал улы ауыл халҡына икенсе һорауҙы ҡәнәғәтләндерергә ҡуша. Уның һүҙе буйынса, хакимиәт башлығы алдан уҡ Ян Токарев әфәнде менән һөйләшкән. Имеш, эшҡыуар Ян Токарев ауылға юл төҙөргә, газ үткәрергә һәм халыҡты эш менән тәьмин итергә үҙ ризалығын биргән. Халыҡтың ҡаршы булыуын, төплө дәлилдәр килтереп, был төҙөлөш киләсәктә Аһылай ауылы тәбиғәтенә генә түгел, ә тотош Әбйәлил районына ла кире йоғонто яһаясаҡ, тигәнен ишетергә лә теләмәй. Миҫал эҙләп алыҫ йөрөйһө лә түгел: ауыл эргәһендәге ниндәй ҡоролоҡ йылы тип һаналған 1975 йылда ла ҡоромаған Биргенде йылғаһы өс көн эсендә кибеп, юҡҡа сыға.

Килмешәктәр ырыуға мал килтермәй тигәндәй, сит тарафтан килеп, Әбйәлил районы менән етәкселек иткән хакимиәт башлыҡтарын Әбйәлил районы ерҙәренең киләсәге борсомай, күрәһең. Улар өсөн ер һатыу, ерҙе ҡуртымға биреү – көнүҙәк мәсьәлә генә. Шулай булмаһа, үҙ еренең һаҡсыһы, атай-олатайҙарыбыҙҙың нисәмә быуаттар буйы ерем һәм илем тип көрәшкә сығыуҙарының да асылын аңлаған, үҙ атайсалы тип янған хужа ер мәсьәләһендә түбәндәге фекерҙе халыҡҡа еткерер инеме:

- Ер һатыу мәсьәләһенә килгәндә, һеҙҙең ризалыҡһыҙ ҙа башҡарабыҙ. Уның өсөн һеҙҙең фекерҙәрегеҙ мотлаҡ түгел. Был алйоттар (дурак тип әйтһә, урыҫ эшҡыуарҙары аңлай, шуға уларҙы алйоттар тип атай, тип аңлатты ауыл халҡы) һеҙгә үҙҙәре килеп ултыра, уларҙы файҙаланырға кәрәк. Әгәр риза булмаһағыҙ, һеҙгә юл да, газ да юҡ, – тип янап та ҡуя. (Әйтелгәндәре аудиояҙыуҙа теркәлгән).

Илаған балаға уйынсыҡ биреп әүрәткән кеүек йыйылыштан һуң, Байым ауыл биләмәһе башлығы һәм ауыл Советы депутаты Р. Ғайсин мәктәп коллективынан арендатор Я.В. Токаревтан ҡулланылған иҫке компьютерҙарҙы ҡабул итеүҙәрен һорай. Тик төпкөлдә ятҡан ауыл кешеһе лә хәҙер заман менән йәнәш атлай. Иҫкегә тейһәң, иҫең китер тигәндәй, уларҙың был тәҡдименән баш тарта. Беҙ ауылға барғандан алда ғына ла Рәйес Ғайсин урам буйлап: "Балаларығыҙға компьютер кәрәкмәйме?” – тип һорап та йөрөгән. Күрәһең, әлегә тиклем иҫке компьютерҙар үҙ хужаларын тапмаған.

Аһылай ауылы халҡы тәүге йыйылышта Ололар ҡоро ойоштора һәм уның старостаһы итеп ауылдың абруйлы кешеләренең береһе Мөхәмәтйәр Мәғәсүмовты һайлап ҡуя. Сентябрь башында үткән йыйылышта Мөхәмәтйәр Хәйҙәр улы бер тапҡыр сығыш яһағас, район етәксеһе башҡаса уға һүҙ бирҙертмәй. Тыуған еренең ысын ватансыһы хужаларҙың талаптары менән килешмәй, урындан һүҙен еткергәс, уға ҡарап, бер түрә былай тип кенә ҡуя:

- Ер тип талашып йөрөгәндәр оҙаҡ йәшәмәй, үлә лә ҡуя ул.

Түрәнең был һүҙҙәре ҡурҡытыумы, янаумы, аңлауы ҡыйын…

Тарих ҡабатлана тигәндәреме, әллә үҙ вазифаларын иркен файҙаланыумы, ошо ваҡиғаларҙан һуң күп тә үтмәй, 2004 йылдан Әбйәлил лесничествоһында үҙ эшенең оҫтаһы тип һаналған Мөхәмәтйәр Мәғәсүмовты эштән бушаталар. Дөрөҫөрәге, "эштән үҙ теләгем менән китәм” тигән яҙыу яҙҙырталар. Бер-бер артлы ялыуҙар, дөрөҫ булмаған факттарға нигеҙләнгән акттар М. Мәғәсүмовтың өҫтөнә өйөлә генә бара. Әбйәлил районы хакимиәте башлығының: "Шул бер урмансығыҙҙы эшенән бушата алмайһығыҙ”, – тип екеренеүҙәре йышайғас, һәр кемгә үҙ креслоһы ҡәҙерле тигәндәй, Мәғәсүмовты хужаһы эшенән сығарырға мәжбүр була. Ярар, бәһлеүәндәй, көсө ташып торған Мөхәмәтйәр Хәйҙәр улы эшһеҙ ҡалмаҫ. Тик бер генә һүҙ һағайта: "Ер өсөн талашҡандар оҙаҡ йәшәмәй… оҙаҡ йәшәмәй… оҙаҡ йәшәмәй…” Түрәнең был һүҙҙәренең ҡасандыр ысынбарлыҡҡа ашмауына кем гарантия бирә ала?!

Аһылайҙың аһ-зары

Аһылай район үҙәгенән бик алыҫта урынлашҡан: Асҡарҙан – 90, ә Белореттан – 40 километрҙа. Шуға күрә Аһылай халҡының: "Белорет районына ғына ҡушып ҡуймайҙар”, – тигән һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар кеүек. Район үҙәге Асҡарға барыу оло михнәткә әүерелә, ниндәйҙер бер справка өсөн бер көнөң юғала. Ә инде ауырып китһәң, ҡурҡ та тор: Асҡар дауаханаһына барып етмәүең көн кеүек асыҡ. Шуға ла Аһылай халҡы дауаланырға Белорет ҡалаһына түләп йөрөргә мәжбүр. Район үҙәгенән ауылға көнөнә бер генә автобус йөрөй, уныһы ла ябылыу өҫтөндә. Элекке колхоз осоронда ла, хәҙер ҙә аһылайҙар үгәй бала хәлендә. Уларҙың проблемаһына Байым ауыл биләмәһе башлығы ла, район хакимиәте лә битараф. "Теләһә ни эшләгеҙ” тигән принципҡа хәҙер күнегеп тә киткән Аһылай халҡы. Шуға күрә үҙҙәренсә һәүетемсә генә йәшәп ятҡан көндәре ине лә, тик бына сит кешеләрҙең йышлауҙары ғына яҡшыға түгел. Әле ауылда 120 тирәһе хужалыҡ иҫәпләнә, дүрт йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Йәштәрҙең күпселеге Магнитогорск һәм Белорет ҡалаларында төпләнә, был аңлашыла ла, сөнки йәштәр өсөн ауылда бөтөнләй эш юҡ. Аһылайҙың уңған килендәре йәй көндәрендә емеш-еләк, бәшмәк һатып аҙыраҡ аҡса туплай. Йыйған емештәрен оло юлға сығарыу өсөн дә утыҙ саҡрым араны атлап үтергә тура килә. Йәй бында ысын мәхшәр башлана, бигерәк тә ял көндәре ҡаланан Ҡолдобай күле янына ағылыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Эштең иң ҡыҙыу мәлендә әле бесәнен сапҡан, әле еләк-емеш йыйған ауыл кешеһе ял итергә ваҡытын да тапмай, ә улар килеп тирә-яҡты сүп-сарға тултырып ҡайтып китә. "Исмаһам, арттарынан ҡалған сүп-сарҙарын таҙартһындар ине”, – тип әрней ауыл халҡы.

Аһылайҙарҙың тағы ла бер проблемаһы бына инде нисә йыл буйы хәл ителмәй килә. Кәрәкле документтар юллап, хаҡын түләһәләр ҙә, ауыл халҡы үҙҙәренә тейешле пай ерҙәрен әле булһа ала алмай интегә. Йорт төҙөйөм тип ер урыны һораусыларҙың да ғаризалары йыйылғандан-йыйыла барып, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡала килә. Йә өйлөк бураң бармы тиҙәр, өйлөк бураң булһа ла, уны күтәрергә урын кәрәклеген аңларға ла теләмәй юғары вазифа биләүсе етәкселәр. Аһылайҙың киләсәге булырҙай йәш егеттәргә үҙ ерендә йәшәү өсөн урын юҡ, ә ситтән килгән "килмешәк”тәргә барыһы ла табыла.

Йәй көнө ауылда йәшәгән башҡорттарҙы күлгә яҡын ебәрмәгәнлектән тыуған сетерекле хәл бер аҙ йомшартылған, ошо хәлдән һуң күлде уратып алған ситәндәр алып ташланған, ҡаҙылған канау күмелгән. Халыҡ һыу инергә, ял итергә тыныс күңел менән күл буйҙарына төшкән. Әммә төҙөүселәрҙең һәм шоферҙарҙың урындағы халыҡтың мәнфәғәтен һәм йәшәйешен һанға һуҡмай, мыҫҡыллы рәүештә күлдә шәрә килеш йөҙөүҙәрен, магазинға, ҡоҙоҡҡа һыу алырға килгәндәрендә, оят ерҙәрен генә ҡаплап, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәге инәйҙәр һәм өләсәйҙәр янында "ҡырағайҙарса ҡыланыу”ҙары бер ниндәй ҡалыптарға ла һыймай. Ялға ҡайтҡан йәштәр был хәлде белгәс, Ҡолдобай күле янына барып, төҙөүселәр менән аңлашырға уйлай. Тик  был хәлде ололарҙың белеп ҡалыуы ғына оло бәләнән ҡотҡара. Хәҙер төҙөүселәр Аһылай йәштәрен кәмһетеп "Салауат Юлаевтар” тип атай, ти. Үҙ ерен яҡлаусы, үҙ ауылын ҡурсалаусы Салауаттар, Кинйәләр үҫһә, бәлки, ерҙәребеҙгә үҙебеҙ ҡайтанан хужа булыуға ышаныс тыуыр ине лә… Юҡ шул…

Йәмле Яҡтыкүл буйҙарында

Иҫ киткес таҙа һыулы, тылсымлы батҡағы менән дан тотҡан "Яҡтыкүл” шифаханаһы Әбйәлилдең күркәм ерендә урынлашҡан. Йәйен-ҡышын бында ял итеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Яҡтыкүл янында ҡасандыр район уҡыусылары һәм хеҙмәтсәндәре өсөн төҙөлгән ял корпустары хәҙер Магнитогорск ҡалаһы эшҡыуарҙары ҡулына тулыһынса күскән. Яҡтыкүл янында хәлдәр Ҡолдобай күленә ҡарағанда ла хәтәрерәк. Күлгә инер өсөн Әбйәлил башҡорттары аҡса түләргә мәжбүр. Элекке хужаларҙың ерҙәрҙе рәхәтләнеп һатып байыуҙары арҡаһында был ерҙәргә эйә булыусылар күптән үҙ йорттарын ҡалҡытҡан. Улай ғына түгел, Яҡтыкүлгә яҡын урынлашҡан ауылдарға ла хәҙер ер алыу өсөн "һөжүм” башланған. Күл эргәһендәге урындар һатылып бөтөү сәбәпле, Ташбулат, Күсем, Айыуһаҙы, Бикҡол ауылдарында бөгөн "яңы урыҫ”тарҙың йорттары, коттедждары ямғырҙан һуң барлыҡҡа килгән бәшмәктәй ҡалҡып сыға. Миҫал өсөн Күсем ауылына ғына туҡталайыҡ. Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, генерал-майор Таһир Күсимовтың тыуған ауылы Күсем бөгөн танырлыҡ түгел. Ауылға ингән ерҙәге ҡайын урманы ҡырылып, унда теләһә нисек урынлашҡан ике ҡатлы йорттар теҙелеп киткән. Һәр йорт тимер ҡапҡалар, тимер рәшәткәләр менән уратып алынған. Һәр өй алдында башмаҡтай овчарка һәм мыҡты кәүҙәле ҡарауылсы. Һәр береһенең тышында "йорт һатыла” тигән яҙыуҙар эленгән. Тимәк, был йорт хужаһына Күсем ауылында ер алып, йорт ултыртыу һәм уны артабан һатыу тик аҡса эшләүгә ҡайтып ҡала.

Тағы ла ауылдың ситенән үк бер-бер артлы теҙелеп киткән бунгалоларға иғтибар итмәү мөмкин түгел. Тәү ҡарашҡа улар шул тиклем шомло булып күренә: уларға инерһең дә башҡаса унан сыҡмаҫһың кеүек. Һалҡынлыҡ һәм ытырғаныу тыуҙырған был йорттарға күңел асыр, ял итер өсөн ситтән кешеләр йыйыла. Бигерәк тә йәй көндәрендә бунгалоларҙа йәшәү өсөн урындар ҙа булмай, тиҙәр. Ауылдың һиллеген улар аҡыртҡан сит ил музыкаһы, эсеүҙән генә түгел, үлән тартып, наркотик ҡаҙап тилергән ял итеүселәрҙең аңлайышһыҙ ҡыланыштары, зәһәр көлөүҙәре боҙа. "Ҡунаҡ булғас, тыйнаҡ бул”, тигәнде улар һанға һуҡмай, ә аҡсаһын түләнем, ни эшләһәм дә үҙ ихтыярымда тип эш итә. Ярар, элек был бунгалолар ауыл ситендә урынлашҡан булһа, хәҙер ауылдың ҡап уртаһында, генерал-майор Күсимовтың музейынан алыҫ булмаған урында бунгалоның төҙөлөүе һәм унан һәр мосолман өсөн изге көн – йоманан алып йәкшәмбегә тиклем аҙан тауыштары урынына әшәке һүҙҙәр яңғырауы, күңел асыу, эсеү һәм тәртипһеҙлектәр күренеше ауыл халҡының намыҫына тейә. Күсем ауылы халҡы ла йыйылыштар үткәреп, исмаһам, ауыл эсендә бунгалолар төҙөмәҫкә, ситтәргә ер урыны бүлгәндә ауылдың уртаһынан бирмәҫкә, йорттарын төҙөгәндә ниндәйҙер рәтте һаҡлап, урам булараҡ ултырыуҙарын һораһалар ҙа, хәл һаман да үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Төҙөүселәрҙең тәртипһеҙлеге хаттин ашып китә: улар ауыл эргәһендәге элекке ферма урынын сүплеккә әйләндерә. Уларҙың сүп-сарын ауыл халҡы яҙын-көҙөн өмәләр үткәреп, үҙ көстәре менән таҙартырға мәжбүр.

- Ауыл уртаһында элекке янған мәктәп урыны оҙаҡ йылдар бер кемгә лә бирелмәй килде, быйыл кинәт был ерҙең хужаһы табылып, әле унда ике ҡатлы йорт төҙөлә, – ти ауылдың киләсәге өсөн тәрән борсолоу белдереп, ошо ауылда тыуып үҫкән һәм донъя көткән Ишморат Хафизов. – Уларға үзбәктәр көн-төн ялланып эшләй. Ауылда йәшәгәндәр, ошо ауыл кешеләре йорт төҙөргә урын ала алмай интегә, уларға ер юҡ тип урын бүлмәйҙәр, ә ситтәргә шунда уҡ урыны ла табыла. Тиҙҙән тотошлай Күсем ауылы урынлашҡан ерҙе һатып алып, ер минеке, теләһә ҡайҙа китегеҙ тип, беҙҙе ауылдан, өйҙәребеҙҙән ҡыуырҙар әле, тигән уйҙар борсоуға һала. Ауыл халҡы менән иҫәпләшмәйҙәр, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалынмай.

Күсем ауылының иң оло һәм абруйлы кешеләренең береһе Ғүмәр олатай Ғилманов ғүмере буйы ауыл халҡын ҡурсалап һәм яҡлап йәшәй. Уның тырышлығы менән генерал-майор Таһир Күсимовтың йорт-музейы барлыҡҡа килә, уның улы Салауат Күсимов менән бәйләнештәр булдырыла. Ул тере саҡта ауыл эргәһенән ер һатыу буйынса мәсьәлә бик киҫкен тора. Ауылдаштары әйтеүенсә, Ғүмәр олатай вафатынан һуң ерҙәрҙе һатыу башлана ла инде.

Ауыл ҙур булыуына ҡарамаҫтан, бында йәштәр күп. Бөгөн Күсем ауылындағы башланғыс мәктәптә утыҙға яҡын бала белем ала. Ауылдың ҡырҡлап уҡыусыһы – күрше Ташбулат ауылына, Күсем руднигында урынлашҡан мәктәпкә лә шунса бала йөрөп уҡый. Алтмышҡа яҡын сабый балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, өйҙә ултырырға мәжбүр. Шул саҡлы балалар булғанда Күсемдең киләсәге юҡ тип әйтеп буламы?! Ошо балалар киләсәктә үҙ еренең хужалары була алырмы?!

Ерҙең хаҡы күпме?

Иҫ киткес ҡыйбатҡа һатыла Яҡтыкүл буйы эргәһендәге ерҙәр. 15 сутый ер өсөн кеҫәңдән миллион-миллион ярым аҡсаңды сығарып түләргә тейешһең. Бер һорау тыуа: ауыл халҡының шунса хаҡҡа ер алырға мөмкинлеге бармы? Юҡ, әлбиттә. Шулай булғас, был ерҙәр байҙар ҡулына күсә барғанлығы һәр кемгә аңлашыла. Элек Әбйәлил ерҙәренә күрше Магнитогорск ҡалаһы "бай”ҙары ғына ымһынған, хәҙер Мәскәү, хатта сит илдәрҙән дә күҙ атыусылар күбәйгән. Мәҫәлән, Магнитогорск ҡалаһы байы ауыл эргәһендәге урмандан байтаҡ ер һатып алып, урманды ҡырып, әллә күпме йорт төҙөй. Бөгөн был әфәнде был йорттарҙы интернет аша һатыуға ҡуйған. Саф һауалы, хозур тәбиғәтле был ерҙәрҙә сит илдәрҙән йәшәргә теләк белдереүселәр табылһа, киләсәктә ябай башҡорт ауылы һаналған Күсемдә кемдәр йәшәр?

Һатыусылары кем?

Әлбиттә, бындай эштәрҙе ауыл халҡы башҡара алмай. Бындай "ҡырын эш”тәр район хакимиәте, ауыл биләмәһе башлыҡтары менән бергә эшләнә. "Ҡул ҡулды йыуа” тигәнсә, һәр береһенең кеҫәһенә аҡса тама, күрәһең. Күсем ауылы ҡасандыр Күсем ауыл биләмәһе булып, шунан уларҙы кире бергә ҡушып, Ташбулат ауыл биләмәһенә әйләндерәләр. Мәҫәлән, ауыл халҡы әйтеүенсә, Заһиҙә Билалова ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән сағында Күсем ауылы ерҙәре уның вафат булған туғандарына ла бирелгән булып сыҡҡан, артабан ул был ерҙәрҙе рәхәтләнеп һата. Бөгөнгө Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Наил Бадамов та ауыл халҡы мәнфәғәтен яҡламай, ә сит кешеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғырта.

Тик ошо ерҙең ысын хужаһы ғына ауыл халҡының киләсәге өсөн борсолоп, атай-олатайҙарынан күсә килгән быуындар бәйләнешен дауам итеп, улдарына барып етмәҫен төшөнөп, ерҙәрҙең йыртҡыстарса таланып, алдап, сит кешеләргә һатылыуына бер нисек тә йоғонто яһай алмауҙарына, уларҙың һүҙҙәренә берәүҙең дә ҡолаҡ һалмауына ҡарамаҫтан, үҙҙәренсә төрлө юлдар табып, был хәлдән сығыу мөмкинлеген эҙләй. Аҡһаҡалдар ҡоро ойоштороп, ауылдаштары менән йыйылыштар үткәреп, уның ҡарары нигеҙендә, ауылдарынан ер һатып алыусыларға үҙ мөрәжәғәттәрен дә еткерә. Ауыл халҡы өсөн эш урындары булдырырлыҡ объекттарҙы сафҡа индереү, сәләмәт тормош алып барыу нигеҙендә Күсем ауылында спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөү кеүек мәсьәләләр ҙә әле булһа һауала эленеп ҡала.

Күсемдәрҙе борсоған проблемаларҙың береһе – бындағы заманса күңел асыуҙар уларҙың балаларына ла йоғонто яһамаҫмы? Байҙар ҡотҡоһона эләгеп, улар кеүек йәшәйбеҙ тип, ярамаған һәм ҡурҡыныс аҙымдан ата-әсәләр генә йолоп ҡалырмы? Миҫал эҙләп алыҫ йөрөйһө түгел: Ташбулат ауылында ғына тотош ғаиләләр наркоман булып, юҡҡа сығып, уҡыусы ҡыҙ-малайҙарҙың әле башланып та өлгөрмәгән сәскәләй ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә икәнлеге районға билдәле. Аһылай һәм Күсем ауылдарында йәшәүсе ата-әсәләрҙең тап ошо хәлдәрҙән балаларын ҡурсалап, сит-ят кешеләрҙе яҡын ебәрмәҫкә тырышыуҙары аңлашыла ла инде. Тик уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыусы ғына табылмай…

"Миҙал ике яҡлы” тигәндәй, ер һатыуҙа ауыл кешеләренең дә ситтә ҡалмауы борсой. Еңел табыш артынан ҡыуыусылар һәр ауылда тиерлек осрай. Улар ерҙәрен, бәғзеләре артабан ҡайҙа йәшәүен дә уйламай, аҡсаға алданып, һата. Күсем ауылында бер ғаилә бөгөн ерһеҙ ҙә, өйһөҙ ҙә ҡалған. Эсергә яратҡан кешеләрҙе, араҡыға әүрәтеп, ерҙәрен тартып алырға йөрьәт итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙарҙы тейешле органдар тикшерер ҙә, тик улары ла һатылмаған булһа. Ябай халыҡ әйтеүенсә, Әбйәлил районындағы бар закон һаҡлау органдары етәкселәренә ер бирелеп, уларҙың хеҙмәттәре күптән түләнеп бөтөлгән. Ябай кеше ярҙам һорап, ялыу яҙып барһа, улар тарафынан бер ниндәй ҙә яҡлау таба алмай. "Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай” тигәндәре шулдыр: хужалар бер-береһенә ҡарата енәйәт эше асмай, ялыуҙарҙы тикшермәй. Ерҙәрҙе алдап һатып алған кешеләр район ҡаҙнаһына ла, ошо ерҙең ауыл биләмәһе ҡаҙнаһына ла бер тин дә түләмәй, ә түрәләр кеҫәләренә өндәшмәү, ҡыҫылмау өсөн хаҡ түләй. Ябай халыҡ зар илай, ер һатыла, киләсәк быуындың яҙмышы селпәрәмә килтерелә, ә түрәләр рәхәтләнеп типтерә.

Һуңғы һүҙ урынына

Ябай халыҡтың аһ-зарын аңлауы ҡыйын түгел: улар ерҙәренең киләсәге өсөн борсола һәм талаптары ла ҙурҙан түгел: Аһылай халҡы Ҡолдобай күле янындағы төҙөлөштө туҡтатып, күл эргәһен элеккесә ҡалдырыуҙы үтенә.

- Килһен, ял итһен барыһы ла, – ти Аһылай ауылы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов, – тик йорттар төҙөп түгел, ә палаткалар ҡороп. Элекке ваҡыттағы кеүек күл буйында кәмәләр ҡуйып, балыҡ тотоп, күлдә рәхәтләнеп йөҙөп. Тирә-яҡты бысратмай, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булғанда, Ҡолдобай күле барыбыҙға ла етә.

Октябрь аҙаҡтарында М. Мәғәсүмовҡа эшҡыуар Ян Токарев үҙе шылтыратып осрашыу тәғәйенләй. Осрашыу ваҡытында Мөхәмәтйәр Хәйҙәр улына ауылдаштары менән һөйләшеүен, эште ҙурға ебәрмәүҙәрен үтенә.

- Учалы районы яғынан төҙөлөп ятҡан объектҡа газ һуҙылды, уның бер осо һеҙҙең ауыл өсөн ҡалдырыла. Ауылдаштарыңа әйт, үҙегеҙ ҡалғанын һуҙып алығыҙ, тик бушҡа түгел, Әбйәлил районына ҡараған Ҡолдобай күле эргәһендәге ерҙе бирерһегеҙ, – ти Мәскәү эшҡыуары.

Был һүҙҙәргә асыҡлыҡ индереү кәрәкмәйҙер, минеңсә.

Ауыл эргәһендәге ерҙәрҙе һатыуға үҙ ҡарашын белдергән Күсем ауылы халҡын да аңларға мөмкин. Уларҙың да үтенестәре ҙурҙан түгел: ер бүлгәндә ауыл кешеләренән дә комиссия төҙөп, улар менән кәңәшләшеү, ситтәргә ауыл уртаһынан урындар бирмәҫкә, ауылдың эргәһендәге урманды ҡоротмаҫҡа, йорттарҙы урам итеп ултыртырға һәм ауыл кешеләренә лә өй һалыу өсөн ер бүлергә.

Ысынлап та, Әбйәлил районында ерҙәрҙең күпләп һатылыуы бер кемгә лә сер түгел. Күпме оран һалһалар ҙа, әлегә тиклем Әбйәлил районында йәшәүсе ябай ауыл халҡының тауышын ишетеүсе табылмай. "Балыҡ башынан серей” тигәндәй, бәлки, хәлде юғары вазифа биләүселәрҙән башларға кәрәктер…

Кәримә УСМАНОВА, "Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.

Әбйәлил районы.



Источник: http://bashgazet.ru/blog/archives/3429
Категория: Что пишут о нас | Добавил: Udacha (20.02.2011)
Просмотров: 1785 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
uskul.ucoz.ru © 2025