Uskul.ru
информационно-краеведческий сайт 

Каталог статей
Меню сайта

Форма входа

Категории раздела

Поиск

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 93

Друзья сайта

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Приветствую Вас, Гость · RSS 20.04.2024, 08:20

Главная » Статьи » Өскүл тарихы бында

Ғалимдар Өскүл яҡтарынан нимә яҙып алғандар?!

ҒҮМӘРОВ

Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында

Ғиниәтуллин Ғималдан, 74 йәштә,

Галин С. А. яҙып алды.

 

Йырсы иҫкәрмәһе: Ғүмәров – ул беҙҙең ауыл кешеһе. Исеме Ғәлиәкбәр. Ауылда өйө әле лә бар. Ғүмәров борон күп ғүмерен стршина булып үткәргән, уның ҡулында 49 күбәләк һәм тиләү ауылы ҡараған. Ғүмәров үлгәс, дуҫ-иштәре йыйылып килгән. Шул саҡ уның әсәһе былай тип йырлаған:

Иртәнсәккәй тороп мин ҡараһам

Төлкө генә сөйҙә туны юҡ.

Ғүмәровты генә һораһағыҙ

Асылына китте, өйҙә юҡ.

 

Үлер алдынан Ғүмәрев үҙе былай тип йырлаған, ти:

Боғаҙаҡҡай күлгә ҡармаҡ һалдым

Ҡармағыма сабаҡ ҡапманы

Дарыу-дарман итеп мин ҡараным

Әжәлдәргә дарыу тапманым.

 

Ян тәҙрәләремде асыҡ ҡуйығыҙ

Боғаҙаҡ күленә ҡарап ятайым.

Әпкилегеҙ мулла, уҡыһын ясин

Асылыма инде ҡайтайым.

 

Ә дуҫ-иштәре былай тип йырлаған:

Менгән генә аты һай кир ине

Серге аҫҡайҙары тир ине.

Аҙыраҡ ҡына һөйләп, күп аңлатҡан

Ғүмәрев та тигән ир ине.

 

Аппаҡ ҡына аппаҡ һай уҡаны

Һуҙһаң ине үҙәк буйлатып.

Көрәгәләр алып, дуҫ-иш йыйып

Ултырһаң ине ҡурай уйнатып.

 

Вариант:

Саңлы үҙәккәй, һинең йәмең булды

Мал-тыуарым менән мин килгәс.

Йырлаусы ла дуҫтар йырлар инде

Тәҡдирҙәрем етеп мин үлгәс.

 

Аппаҡ ҡына аппаҡ һай уҡаны

Һуҙһаң ине үҙәк буйына.

Шул саңлы үҙәк буйы бигерәк йәмле

Йөрөһәң ине ғүмер буйына.

(55-56-сы биттәр)

 

ҒҮМӘРОВ

Учалы ауылы Ғәлиәхмәр ауылы

Ниғмәтуллин Вәлиулланан (63 йәш)

Ниғмәт Шоңҡаров яҙып алды.

Боғаҙаҡай күлгә ҡармаҡ һалдым,

Бер сабағы ла аның ҡапманы.

Эҙҙәп та генә эҙҙәп ҡараным,

Әжәлемә дарыу тапманым.

 

Асмалы ла тәҙерә асмаһын асып

Йәмде йәй көндәрен ҡарайым.

Әпкилегеҙ мулла, уҡығыҙ ясин

Асылыма ҡайтып барайым.

 

Ғүмәревтең кейгән ҡамсат бүрке,

Алайым да тиһәм, сөйҙә юҡ.

Ғүмәревтең хәлен беләйем тиһәм,

Вафат булған икән өйҙә юҡ.

 

ҒҮМӘРОВ

Әбйәлил районы Өскүл ауылы

Бүләкбаев Мөхәррәм Бүләкбай улынан (71 йәш)

Ниғмәт Шоңҡаров яҙып алды.

Ғәйшә һылыу, ас тәҙерәңде,

Буҙ арҡаһын күреп үк ятайым.

Әпкилегеҙ мулла, уҡыһын ясин

Асылыма инде ҡайтайым.

(58-се бит).

 

Малыбай

Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында

Ғиниәтуллин Ғималдан, 74 йәштә,

Галин С. А. яҙып алды.

 

Йырсы иҫкәрмәһе: Малбай ул борон беҙҙең ауылда Ғәлекәев тигән кешенең улы. Ғәлекәев баһадир кәүҙәле  хәлле генә кеше булған, ун ике бот тартҡан ул. Уны бер генә ат – күк аты ғына йөрөтә алған.

Малбай бер саҡ көҙ көнө Ишҡара тигән ергә бесәнгә киткән. Бесән тейәп торһа, ул юл буйлап күтәрелеп килгән саң күргән. Байҡабыраҡ ҡараһа, ҡаҙаҡтар бер өйөр йылҡы малын ҡыуып китеп баралар, ти. Был тиҙ генә әлеге күк атына атланып, ҡулына һәнәген алған да быларҙы ҡыуып киткән, барып теге ҡаҙаҡтарҙың береһен сәнсеп алып һауаға күтәргән. Абайлабыраҡ ҡараһа, был малдар Өскүл ауылыныҡы булған. Шулай ҙа алыша башлаған бер үҙе. Алышҡан алышҡан да хәлдән тайған. Ҡаҙаҡтар быны үлтереп малды тәки алып киткәндәр. Малбайҙың күк аты ғына әйләнеп ҡайтҡан. Шунан уны эҙләп алып ҡайтҡандар, йыр сығарғандар:

Ялан ғына ере аҡ татыр

Аҡ татырҡайҙарында кем ятыр.

Малбай менән ҡаҙаҡ һуғышҡан ер

Күк үләнкәй үҫмәй ҡаҡ ятыр.

(104-се бит)

 

МАЛЫБАЙ

Учалы районы, Сураман ауылы

Ишморатов Фәсих Ниғмәтйән улынан (36 йәш)

Ниғмәт Шонҡаров яҙып алды.

 

Алты ла ғына ҡырғыҙ атҡа атланып

Әйҙәп килә Өскүл дә малдарын.

Өскүл малы өсөн Малбай ағай

Йәтем итте ғәзиз балдарын.

 

Малыбай ағай кир дүнәнен

Нуҡ та ғына белән менгән ине.

Өскүл малы өсөн Малбай ағай

Йәтем итте Әсмә еңгәйне.

 

Ҡырғыҙ килә Өскүлдең малына

Ятып килә атының ялына.

Малбай аһау кир дүнәнен

Бәйҙәп ҡуйҙы Боғаҙаҡ талына.

 

Малбай ағай аһау кир дүнәнен

Менеп сыҡты Ҡырһа тауына.

Ҡырғыҙ менән Малбай һуғышҡанда

Сырмаланды силбыл бауына.

 

 

Малыбай

Учалы районы, Тиләү (Мәҫкәү) ауылында

Шакиров Мәғәсүмдән, 77 йәштә,

 Галин С.А. яҙып алды

Ялан ғына ере ай  аҡ татыр

Аҡ татырҡайында мал ятыр.

Малыбай менән ҡырғыҙ һуғышҡан ер

Күк үләнкәй үҫмәй ҡаҡ ятыр.

 

Малыбай менгән кир тураты

Юрта алмай башын борғалай.

Малыбайҙы ҡырғыҙ боғаҙлап киткәс

Һөйләшә алмай телен болғалай.

 

Ҡырғыҙ килә башҡорт малына

Йығылып ята атының малына.

Малыбайҙың менгән кир туратын

Бәйләп киткән Яйыҡ талына.

 

Ҡыбланан сығып иҫкән елгә

Шау-шыу итә Боғаҙаҡай ҡамышы.

Боғаҙаҡай үтә тауыш килә

Мисле Малыбай ағай тауышы.

(108-се бит).

 

 

КИҺӘЙҘҮК

Әбйәлил районы Аһылай ауылында

Мәғәсүмов Афзалдан, 59 йәштә,

Галин С. А. яҙып алды

Борон бер егет менән бер ҡыҙ яратышып йөрөгән икән. Бер саҡ егет ҡыҙҙы шаяртырға итә икән. Ҡыҙ, туғандары күреп ҡалыуҙан ҡурҡып, былай тип йырлаған:

 

Селтәрле күпер өҫтөндә

Сөрәгәй ҙә өйрәк ултыра.

Һей… Уйнап ҡына көлөп ултырайыҡ, Киһәйҙүк

Әсәкәйем һиҙһә, үлтерә.

 

Алғы өйҙә йөрөгән әсәһе быны ишетеп ҡалған да ҡыҙына былай тип йырлаған:

Урам буйҡайынан үткән саҡта

Итәкәйҙәреңә ҡар тейгән.

Һей… Мөхәббәткәйең тиң булғас, ни, Киһәйҙүк,

Һөйгәнеңә, балам, бар тимен.

(90-сы бит)

 

САҢЛЫ ҮҘӘК

Әбйәлил районы Аһылай ауылында

Мәғәсүмов Афзалдан, 59 йәштә,

Галин С. А. яҙып алды

 

 

Саңды үҙәк Яңы Балапан ауылы янында бер урын исеме. Ошо үҙәккә борон бер кеше Уралдан килеп йәйләп йөрөгән. Урыны бик тә оҡшаған быға, шуға ла ул былай тип йыр сығарып йырлаған:

Саңды үҙәккәй, һинең йәмең булды

Малым менән күсеп мин килгәс.

Саңды үҙкәй, һиңә йыр сығарам

Дәртле ир ҙә йырлар, мин үлгәс.

 

Саңды үҙәкәй, бесәнең сапҡанымда

Сәңгер сыға минең тауышым.

Сәңгер сыға минең, ай, тауышым

Тәнем емнән йәнем һау өсөн.

 

Саңды үҙәкәйләргә йүгереп төштөм,

Ҡыҙарыпҡай бешкән еләккә.

Бер бөртөгөн өҙөп мин ашаным

Ял булмаҫмы янған йөрәккә.

(118-се бит)

 

АУЫЛ ТАРИХЫ

Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнекәй)  ауылы

Нафиҡов Хәкимйән Әбделнафиҡ улынан (82) йәш)

Ниғмәт Шонҡаров яҙып алды

8 июнь, 1965 йыл.

Хәкимйән бабайҙың ата-бабаһы:

Хәкимйән- Әбделнафиҡ- Әйүп- Сәйфелмөлөк-Ғөмәр-Яманғол-Тибәш-Юлбирҙе-Байбаҡты-Айбаш-Көнбаш.

"Ул тарих ул, балаҡай, бик күптән яҙыла башлаған. Бынан  мең йылдар элек Ибн-Фаҙлан тигән кеше лә яҙған.

Мин 26 ауыл тиләүләрне белә инем: 1. Алты аяҡ (Килмәк); 2. Рафиҡ; 3. Абләз ауылы (бөткән); Амангилде; Муса; Ҡалуй; Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнекәй); Ғәлиәхбәр (Талда); Көсөк; Сураман; Мәҫкәү; Науруз; Ғәҙелшә; Байрамғол; Көҙөй (Һөйәрғол); Йәһүҙә; Ташҡыя; Ҡайыпҡол (Һарт).

Күбәләктәрҙән 18  ауылды беләм. 1. Ҡаҙаҡҡол; 2. Ҡарағужа; 3. Оҙон күл; 4. Батал (Әпән); 5. Ҡобағыш; 6. Рәхмәт; 7. Өскүл 8. Кәтә (Арҡауыл); 9. Байым. 10. Туйыш. 11. Иҫке Балапан; 12. Йәнекәй. 13. Ғабдин; 14. Яңы Балапан; 15. Мораҡай; 16. Аһылай.

Тиләүҙәрҙең тамғаһы ай; күбәләктәрҙең ҡойошҡан.

- Бабай, күбәләк һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Борон бер хандың бик ҡәҙерле эте булған. Шул этте сос ҡына һунарсы атып үлтергән. Шунан Ирәмәл тауына ҡасып ятҡан. Ҡатыны, ике улы ҡалған. "Мине Миһеле күле ҡырынан эҙләгеҙ”, тип өйрәтеп киткән. Бер ваҡыт ҡатыны ике улын эйәртеп барып бапҡан быны. Теге һикереп тороп улына йәбешкән. Тотарға килгәндәр, тип уйлаған. Миһеле Миндәк тирәһендә булырға тейеш. Ҡатынынң түле бөтмәгән булған икән. Бер ир бала тыуған. Малай сос булған. Бәләкәй генә  көйөнә атҡа һикереп менеп алып, саба ла саба икән. Ағалары – Күбәләгем, күбәләгем тигәндәр. Шул ир баланын таралып киткәндәр күбәләктәр.

Беҙҙең Йүкәле, Сейәле, Яланғас исемде яландар, өй арты, эрәстәк ташы (эре эстәт) исемле тауҙар бар.

(23-24-се биттәр)

 

 

СИРАЕВ

Әбйәлил районы Өскүл ауылы

Мурзин Ғимади Ғәлиулла улынан

(30йәш) Ниғмәт Шоңҡаров яҙып алды.

 

Сираев та менгән туры атның,

Маңдайында уның урайы.

Судияларға яуап биргән саҡта,

Уң ҡулында уның ҡурайы. (121-се бит)

 

 

 (106-сы бит)

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Архивы.  Материалы фольклорной экспедиции 1965 года (Фольклор зауральских башкир) ф.3, оп. 47, ед. хр. 3.

 

 

 

 

Категория: Өскүл тарихы бында | Добавил: Udacha (21.02.2011)
Просмотров: 1797 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
uskul.ucoz.ru © 2024